Ежегодное ритмичное обновление техники, а значит, снижение среднего возраста парка общественного транспорта по всей стране глава государства Владимир Путин назвал одним из ключевых приоритетов в развитии транспортной инфраструктуры. 10 января новый подвижной состав поступил в филиалы госперевозчика ГУП «Башавтотранс» РБ в рамках специального казначейского кредита на приобретение подвижного состава пассажирского транспорта общего пользования для малых городов и сельских поселений Республики Башкортостан в рамках реализации федерального проекта по обновлению подвижного состава, инициированного президентом РФ Владимиром Путиным. В рамках специальных казначейских кредитов до конца января будут поставлены 250 автобусов. 91 из них уже получен, и глава Республики Башкортостан Радий Хабиров поручил запустить их в работу. На маршрутах республики начнут работу 33 автобуса среднего класса ПАЗ Vector NEXT и 58 автобусов малого класса газель NEXT. Техника направлена для обслуживания пассажиров Баймакского АТП: г. Баймак, Хайбуллинский район, Белебеевского АТП: Бижбулякский и Белебеевский районы, Бирского АТП: г. Бирск, Мишкинский и Бураевский районы, Красноусольского АТП: Гафурийский район, Мелеузовского АТП: Федоровский и Куюргазинский районы, Месягутовского АТП: Дуванский и Салаватский районы, Нефтекамского АТП: г. Янаул, Татышлинский и Янаульский районы, Салаватского АТП: Ишимбайский район, Сибайского АТП: Абзелиловский и Баймакский районы, Стерлитамакского АТП: Стерлитамакский район, Туймазинского АТП: Туймазинский и Шаранский районы, Учалинского АТП: Учалинский и Белорецкий районы, Октябрьского АТП: Туймазинский район.
В мероприятии, посвященном передаче новой техники в филиалы, приняли участие заместитель министра транспорта и дорожного хозяйства Республики Башкортостан Руслан Гарипов, генеральный директор ГУП «Башавтотранс» РБ Надир Самиев. В своем приветственном слове Надир Салимзянович подчеркнул, что для жителей республики использование нового общественного транспорта повысит безопасность и качество поездок. Новые автобусы соответствуют всем требованиям безопасности. Также в автобусах ПАЗ Vector NEXT задняя часть низкопольная, оборудованная аппарелью и специальным местом крепления инвалидной коляски во время движения. Транспорт оснащен всем необходимым для комфортной поездки пассажиров и обеспечит доступность сельских территорий, благодаря поддержке, пристальному вниманию и заботе о пассажирских перевозках главы Республики Башкортостан Радия Фаритовича Хабирова.
Башҡортостан Республикаһы “Башавтотранс” дәүләт ташыусыһы автопаркын тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ
Йыл һайын техниканы ритмик яңыртыу, тимәк, бөтә ил буйынса йәмәғәт транспорты паркының уртаса йәшен кәметеү дәүләтебеҙ башлығы Владимир Путин транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә төп өҫтөнлөктәрҙең береһе тип атаны.
10 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған хәрәкәтсән составты яңыртыу буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалалары һәм ауыл биләмәләре өсөн дөйөм файҙаланыуҙағы махсус ҡаҙна кредиты менән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалдарына пассажир транспортының хәрәкәтсән составы һатып алынды. Махсус ҡаҙна кредиттары сиктәрендә ғинуар аҙағына тиклем 250 автобус килтереләсәк. Уларҙың 91-е алынған да инде, һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров автобустарҙы эшкә ебәрергә ҡушты. Республика маршруттарында 33 урта класлы Паз Vector NEXT автобусы һәм 58 бәләкәй класлы газель NEXT автобусы эшләй башлай.Техника Баймаҡ АТП-һы: Баймаҡ ҡалаһы, Хәйбулла районы, Бәләбәй АТП-һы: Бишбүләк һәм Бәләбәй райондары, Бөрө АТП-һы: Бөрө ҡалаһы, Мишкә һәм Борай райондары, Красноусол АТП-һы: Ғафури районы, Мәләүез АТП-һы: Федоровка һәм Көйөргәҙе райондары, Мәсәғүт АТП-һы: Дыуан Һәм Салауат райондары, Нефтекама АТП-һы: Яңауыл ҡалаһы, Тәтешле һәм Яңауыл райондары, Салауат АТП-һы: Ишембай районы, Сибай АТП-һы: Әбйәлил Һәм Баймаҡ райондары, Стәрлетамаҡ АТП-һы: Стәрлетамаҡ районы, Туймазы АТП-һы: Туймазы һәм Шаран райондары, Учалы АТП-һы: Учалы һәм Белорет райондары, Октябрьский АТП-һы: Туймазы районы пассажирҙарын хеҙмәтләндереү өсөн йүнәлтелгән.
Яңы техниканы филиалдарға тапшырыуға арналған сарала Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Сәмиев ҡатнашты. Надир Сәлимйән улы үҙенең сәләмләү һүҙендә республика халҡы өсөн файҙаланыласаҡ яңы йәмәғәт транспорты сәфәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген һәм сифатын арттырасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яңы автобустар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. Шулай уҡ Паз Vector NEXT автобустарының артҡы өлөшө түбән иҙәнле, аппарель һәм хәрәкәт ваҡытында инвалид коляскаһын нығытыу өсөн махсус урын менән йыһазландырылған. Пассажирҙарҙы транспортта уңайлы йөрөтөү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы, иғтибары, тырышлығы һәм пассажирҙарҙы ташыуҙағы хәстәрлеге менән халыҡтың ауыл биләмәләренә уңайлы шарттарҙа барып етеү мөмкинлеген тәьмин итәсәк.








