Накануне Дня работников автомобильного и городского пассажирского транспорта в большом зале Башкирской государственной филармонии им. Х.Ахметова прошло торжественное собрание и чествование лучших работников ГУП «Башавтотранс» Республики Башкортостан.
На мероприятии присутствовали: министр транспорта и дорожного хозяйства РБ Александр Клебанов, заместитель министра земельных и имущественных отношении РБ Рустам Гизатуллин, заместитель главы Администрации Ленинского района ГО г.Уфа Лилия Зайнуллина, председатель Общественной организации Республиканской организации Башкортостана Общероссийского профсоюза работников автомобильного транспорта и дорожного хозяйства Марат Давлетшин.
– По данным ежегодного Всероссийского рейтинга «Башавтотранс» вошел в топ крупнейших предприятий России и занимает лидирующую позицию в Приволжском федеральном округе. Предприятие попало в пятерку самых крупных транспортных предприятий России, после Москвы и Санкт-Петербурга,- отметил в своей приветственной речи к работникам предприятия Александр Владимирович. Каждый день вы ответственно выполняете поставленные перед вами задачи. Самые искренние слова благодарности хочется сказать всем тем, кто обеспечивает бесперебойную работу пассажирского транспорта республики.
На праздничном мероприятии лучшие представители отрасли были награждены государственными и ведомственными наградами Министерства транспорта Российской Федерации, Республики Башкортостан, ГУП «Башавтотранс».
Генеральный директор ГУП «Башавтотранс» РБ Надир Салимзянович Самиев поздравил всех работников и ветеранов с профессиональным праздником, поблагодарил за достигнутые успехи в работе, высокое мастерство, безупречный труд и вручил корпоративные награды. 17 работникам было присвоено звание «Почетный работник ГУП «Башавтотранс» Республики Башкортостан». Имена 26 сотрудников предприятия внесены на Доску Почета. Кроме того, были отмечены и участники Всероссийского конкурса «Лучший водитель автобуса» 2023г.
Для всех присутствующих на мероприятии выступили творческие коллективы, мастера культуры и искусств Республики Башкортостан.
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тантаналы йыйылыш һәм Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин, Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина, дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Марат Дәүләтшин ҡатнашты.
– Йыл һайын үткәрелеүсе бөтә Рәсәй рейтингы мәғлүмәттәре буйынса «Башавтотранс» Рәсәйҙең иң эре предприятиелары исемлегенә инде һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. “Башавтотранс” предприятиеһы Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң Рәсәйҙең иң эре биш транспорт предприятиеһы иҫәбенә инде, – тип билдәләне үҙенең сығышында Александр Владимирович. Көн һайын алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы үтәйһегеҙ. Республика пассажир транспортының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүселәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәремде һәм изге теләктәремде еткерәм.
Байрам сараһында тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының, «Башавтотранс» предприятиеһының дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Сәлимйән улы Сәмиев бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы, эштә өлгәшкән уңыштары, юғары оҫталығы, камил хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм корпоратив наградалар тапшырҙы. 17 хеҙмәткәргә «Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Почетлы хеҙмәткәре» исеме бирелде. Предприятиеның абруйлы 26 хеҙмәткәренең исемдәре Почет таҡтаһына индерелде. Бынан тыш,2023 йылда «Иң яҡшы автобус водителе» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар ҙа билдәләнде.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн респуликаның ижади коллективтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһаны.