20 сентября на уфимском автодроме БРУКК – филиала ГУП «Башавтотранс» РБ был проведён зональный этап конкурса «Лучший водитель» среди работников организаций Группы «Газпром межрегионгаз», в котором принимали участие 16 водителей компании из 12 регионов России .
Конкурс проходил в два этапа. Первый этап – теоретический, второй этап – практический: оценка профессионального мастерства в скоростном маневрировании при прохождении трассы и выполнении упражнений («змейка», «параллельная парковка», «бокс», «крест» и другие). Водители соревновались в двух категориях – на грузовом и легковом автомобилях.
Лучшими стали:
В номинации «Лучший водитель легкового автомобиля»
1 место – Михаил Мустаев, ООО «Газпром межрегионгаз Курган»,
2 место – Александр Лотов, АО «Газпром газораспределение Север»,
3 место – Альфред Ситдиков, ООО «Газпром межрегионгаз Уфа».
В номинации «Лучший водитель грузового автомобиля»:
1 место – Дмитрий Носков, ПАО «Газпром газораспределение Уфа»,
2 место – Андрей Попов, АО «Челябинскгоргаз»,
3 место – Евгений Кощеев, АО «Газпром газораспределение Ижевск».
Поздравляем победителей Желаем успехов в работе.
20 сентябрҙә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһының уҡыу-курс комбинаты автодромында «Газпром межрегионгаз» төркөмө ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Иң яҡшы водитель» конкурсының зона этабы уҙҙы. Бындай мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең 12 төбәгенән 16 водитель ҡатнашты.
Конкурс ике этапта үтте. Был конкурста водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтте. Талапсан жюри ағзалары тарафынан уларҙың трассаны үтеүҙә, змейка, параллель парковка, бокс, крест һәм башҡа күнегеүҙәр башҡарыуҙа, тиҙ маневрлауҙа профессиональ оҫталығы баһаланды. Водителдәр йөк һәм еңел автомобилдәрҙә ике категорияла ярышты. Был конкурс үҙ эшендәге иң яҡшыларҙы асыҡлау менән бер рәттән, уларға үҙҙәрен танытыу, оҫталығын арттырыу, төрлө төбәктәрҙән йыйылып килгән хеҙмәттәштәре менән аралашыу һәм яҡшыларҙан яҡшы водитель исемен алыу мөмкинлеген дә бирҙе. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңел һәм йөк автомобилдәренең иң яҡшы водителдәре билдәләнде.
«Иң яҡшы еңел автомобиль водителе» номинацияһында Михаил Мостаев («Газпром межрегионгаз Курган») – 1-се, Александр Лотов (Газпром газ бүлеү Төньяҡ) – 2-се, Альфред Ситдиҡов -3-сө («Газпром межрегионгаз Өфө») урындар яуланы.
«Иң яҡшы йөк автомобиле водителе» номинацияһында Дмитрий Носков -1-се («Газпром газ бүлеү Өфө»), Андрей Попов – 2 урын ( Силәбегоргаз), Евгений Кощеев – 3-сө (АО Газпром газ бүлеү Ижевск) урынға сыҡтылар. Конкурс еңеүселәре дипломдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, артабан да ауыр, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.