Уважаемый среди коллег Радик Аминев Александр Лапчук 05.09.2023
Уважаемый среди коллег Радик Аминев

3-сө Өфө автотранспорт предприятиеһы водителе Радик Әминев «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы системаһында 1997 йылдан алып эшләй. 26 йыллыҡ тырыш һәм яуаплы эш осоронда ул күп һанлы тармаҡ наградаларына, коллегаларының һәм етәкселектең хөрмәтен яулаған.

“Һөнәр һайлауға нимә этәрҙе? ” һәм “Был һөнәр нимәһе менән йәлеп итте? тигән һорауҙарға Радик Фәрғәт улы: “Атайым ғүмер буйы тракторҙа эшләне һәм техникаға һөйөүҙе лә ул миңә бала саҡтан уҡ тәрбиәләне. Армияла хеҙмәт иткән осорҙа автомобилдәрҙең эске төҙөлөшөн өйрәнеүгә йәлеп иттеләр. Армиянан ҡайтҡас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына йәки 3-сө Өфө автотранспорт предприятиеһына эшкә барыу буйынса һайлау алдында торҙом. Техниканы яратыуым арҡаһында транспорт өлкәһендә эшләүҙе өҫтөн күрҙем.1997 йылда «Башавтотранс» системаһында тәгәрмәстәр монтажлаусы булып эш башланым. Бынан һуң предприятие мине үҙенең иҫәбенә В, С категорияһына өҫтәп, Д категорияһына бушлай уҡыу тәҡдим итте. Минең өсөн был яңы һәм ҡыҙыҡлы тәжрибә булды. Шуға ла мин бындай мөмкинселек менән файҙаланырға булдым. Автобуста беренсе тапҡыр йөрөгәндән һуң, был минең киләсәк һөнәрем икәнен аңланым”.

Радик Әминев өсөн стажировканың тәүге көнө бик тулҡынландырғыс булған. Остазы Олег Владимирович Брусенков уны ҡала маршруттарын өйрәтеү өсөн автобус руле артына ултырта. Тәжрибәле остазының тырышлығы арҡаһында ул автобус йөрөтөргә күнегә һәм 3-сө Өфө автотранспорт предприятиеһында эшләргә ҡарар итә.

Хеҙмәттәштәре араһында абруйлы водитель үҙенең беренсе эш көнөн дә хәтерендә ҡалдырған. Колонна начальнигы уға милиционерҙарҙы эш буйынса Ҡырмыҫҡалы ауылына алып барырға бойора. Ул саҡта йәш водитель бик ҡаушап ҡала. Сөнки уның өсөн был ҙур яуаплылыҡ була. Был осраҡта етәксе үҙенең ҡул аҫтындағы хеҙмәткәргә бер генә мәҡәл әйтә: «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй».

Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул ошо вазифаны теләп башҡара. Уның был яуаплы эштән китергә бер ҡасан теләге юҡ. Ул һәр ваҡыт үҙенең тормошо уңайлы булһын, яҡындары бәхетле һәм рәхәтләнеп йәшәһен өсөн тырыша. Быларҙың барыһында ла уға, әлбиттә, ғаиләһе, яратҡан балалары һәм туғандары ярҙам итә һәм алдағы тормошҡа илһамландыра.

Әминевтарҙың өс балаһы бар. Һәр йома улар бөтә ғаилә менән бергә  йыйыла һәм кинәнеп аралаша. 2-3 айға бер тапҡыр улар тыуған Башҡортостандың матур урындары буйлап сәйәхәт итә. Радик Фәрғәт улы ҡаланан ситтәге тыныс тормошто ярата. Яратҡан шөғөл – балыҡ тотоу, уға ауыр эштән һуң аяҡҡа баҫырға һәм яңы көс тупларға ярҙам итә.

 “Киләсәктә һөнәр һайлаған йәштәргә нимә теләйем? Иң мөһиме, йәштәрҙең һайлаған һөнәре ғүмерлек булып,  күңелдәренә хуш килһен. Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыр өсөн уҡырға, эшләргә һәм күп тырышлыҡ һалырға ғына ҡала”.

Водитель автомобиля УПАТП № 3 Радик Аминев в системе ГУП «Башавтотранс» работает с 1997 года. За 26 лет кропотливой и ответственной работы он имеет многочисленные отраслевые награды, уважение коллег и руководства.  

На вопросы «Что послужило толчком к выбору профессии?» и «Чем привлекла эта профессия?» Радик Фаргатович ответил: « Мой отец всю свою жизнь работал на тракторе и любовь к технике прививалась с детства. Во время службы в армии меня привлекали к изучению внутреннего строения автомобилей. После прихода с армии, стоял выбор между работой в правоохранительных органах и в УПАТП № 3. Мой выбор был очевиден. Мне нравилась техника и я предпочел работать в транспортной сфере. В 1997 году так я и начал свою карьеру в системе ГУП «Башавтотранс» монтировщиком шин. После чего поступило предложение пройти переобучение с категории  В, С на категорию Д за счет оплаты предприятия. Это был новый и интересный опыт, которым я решил воспользоваться. После первой поездки водителем на автобусе, я понял, что это мое призвание».

         И первый день стажировки для Радика Аминева был очень волнительным. Его наставник Олег Владимирович Брусенков посадил его за руль автобуса для изучения маршрутов в городе. Благодаря усилиям опытного наставника он привык водить автобус и решил остаться работать в УПАТП № 3.

Уважаемый среди коллег водитель запомнил и свой первый рабочий день, когда начальник колонны дал ему распоряжение отвезти милиционеров в село Кармаскалы. Он очень переживал, так как это была большая ответственность, на что руководитель вымолвил одну фразу «Глаза бояться, руки делают». И с тех пор желание поменять эту работу  у него никогда не возникало. Всегда он старается строить свою жизнь, чтоб всем было комфортно, все жили счастливо и с удовольствием. Во всем этом ему помогает и вдохновляет его семья, любимые дети и родные. У Аминевых трое детей. Каждую пятницу они собираются всей семьей для совместного времяпрепровождения. Раз в 2-3 месяца путешествуют по живописным местам родного  Башкортостана. Радик Фаргатович любитель загородной жизни. Рыбалка для него – это место для отдыха и удовольствия, где он восстанавливается после тяжелой работы и приобретает новые силы.

«Что хочу пожелать молодым людям в выборе будущей профессии? Самое главное чтобы работа была по душе. На нее нужно ходить с удовольствием.  А в работе самое главное учиться, трудиться и стараться».