Урта класлы автобус водителдәре араһында еңеүселәр Александр Лапчук 01.09.2023
Урта класлы автобус водителдәре араһында еңеүселәр

  Бөгөн тормошто транспортһыҙ  күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шул сәбәпле водитель һөнәре хеҙмәт баҙарында  иң талап ителгәндәрҙең береһенә әйләнде.Транспорт сараһы ышаныслы ҡулдарҙа булырға тейеш, ә шоферҙарҙың көндәлек хеҙмәтенең намыҫлы һәм сифатлы үтәлеүе беҙҙең тормошобоҙға бәйле.

  Шепелев Андрей Иванович 2011 йылдан алып 3-сө Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһында техник ярҙам водителе вазифаһын яуаплы башҡара. Ул Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс»дәүләт унитар предприятиеһы системаһында 25 йыл эшләй.

 Мәҡәлә геройы алыҫ 1985 йылда тәүге тапҡыр руль артына ултырған. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан егет Башҡортостан республика уҡыу-курс комбинатының автомәктәбендә водителдәр әҙерләү курстарын тамамлаған.

Шепелевтар ғаиләһендәге бөтә ир-егеттәрҙең дә транспортҡа ҡағылышы бар. Атаһы, ағаһы миҫалында Андрей ҙа, үҫмер сағынан техниканы тиҙ үҙләштергән. Шул ваҡыттан алып был шөғөл бөгөн инде уның өсөн төп һөнәргә әйләнгән. Уның күп йыллыҡ эш тәжрибәһе автотранспорт предприятиеһының йәш водителдәре өсөн остаз булыуына ла булышлыҡ иткән. Андрей Иванович үҙенең остазын да, ҙур стажлы һәм тәжрибәле водитель Алексей Юрьевичты рәхмәт һүҙҙәре менән йыш иҫкә ала.

  «Водитель булыу – минең булмышым, үҙемде икенсе һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Автобус водителенең эше бик яуаплы, сөнки эш барышында уға юлда булған хәлдәрҙе, авария осраҡтарын, автобустың торошон, шулай уҡ салон эсендә пассажирҙарҙың хәрәкәтен контролдә тоторға тура килә. Былар, әлбиттә,барыһы ла уға оло яуаплылыҡ өҫтәй, руль артында үтә иғтибарлы булырға кәрәклеген билдәләй. Автобус водителенең эше – кәрәкле һөнәр, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин», – ти Андрей  Шепелев.

  Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн водитель Андрей Шепелев ведомство наградалары менән бүләкләнде, 2005 йылда һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылды һәм уның фотоһүрәте предприятиеның Почет таҡтаһына индерелде. Быйылғы йыл да уның ҡаҙаныштарын һәм еңеүҙәрен тулыландырҙы. Водителдәр һәм контролерҙар араһында йыл һайын уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсы барышында «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан урта класлы автобустарҙың иң яҡшы водителдәре билдәләнде. Унда Шепелев Андрей Иванович 1-се урын алды һәм иҫтәлекле бүләккә, маҡтау һүҙҙәренә, изге теләктәргә лайыҡ булды.

  Павел Андреев – ҙур тәжрибәле водитель һәм йәштәр өсөн остаз. Бөгөн ул Өфө ҡалаһында пассажирҙар йөрөтөүҙә тотороҡло эшләгән 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһында көс түгә. 

  «Кешеләр – предприятиеның оло ғорурлығы. Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй. Берҙәм коллектив аварияһыҙ пассажир ташыуҙы тәьмин итеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Йәштәр тәжрибәле водителдәрҙән күп нәмәгә өйрәнә. Остаз – водителдәр Павел Валерьевич Андреевҡа  һүҙ һәм эш менән ярҙам итә. Ул эшһөйәр, тырыш, изге күңелле, инициативалы, эшкә яуаплы ҡарай, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара», – ти предприятие етәкселеге Андреев хаҡында.

  Быйыл августа Павел Андреев  «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы водителдәренең һәм кондукторҙарының йыл һайын үткәрелеүсе республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты. Был конкурс үҙ эшендәге иң яҡшыларҙы асыҡлау менән бер рәттән, Павелға үҙен танытыу, оҫталығын арттырыу, төрлө төбәктәрҙән йыйылып килгән хеҙмәттәштәре менән аралашыу һәм яҡшыларҙан яҡшы водитель исемен алыу мөмкинлеген дә бирҙе.

 Конкурс йомғаҡтары буйынса ҙур класлы автобустарҙың иң яҡшы водителдәре билдәләнде. Улар араһында күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған Павел Андреев та бар ине.Конкурста ул икенсе урынға сығып, дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

Бала саҡтан автобус водителе булырға хыялланған Данил Марат улы Шәйҙуллин  3-сө Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһының автобус водителе. Водителдәрҙе ҡайтанан әҙерләү курстарын һәм профессиональ остаз Мират Фәнис улы Мөхәмәтнуров менән стажировка үткәндән һуң, ул ҡаланың даими пассажир маршруттарында автобус водителе вазифаһын башҡара башлай. Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы системаһында уның эш стажы 11 йыл тәшкил итә.

            Данил Марат улының эш көнө иртә башлана: тәүҙә ул юл йүнәлтмәһен ала һәм медицина тикшереүе үтә, һуңынан 3-сө, 31-се, 13-сө, 17-се ҡала маршруттарына юллана. Ошо маршруттарҙа йөрөгән күп пассажирҙар уны белә, ҡайһы берҙәре хатта һаулаша һәм уңышлы юл теләй. Автобус водителенең эше – кәрәкле һөнәр, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Ул үҙ эшенең оҫталарын, тыныс, стрессҡа бирешмәүсән, иғтибарлы, әммә шул уҡ ваҡытта изге күңелле һәм һөйкөмлө кешеләр булыуын талап итә һәм был мәҡәлә геройы  ла шундайҙар рәтен тулыландыра.

Йыл һайын үткәрелеүсе республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының финал этабында Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан «Башавтотранс»тың 16 транспорт филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Еңеүселәр араһында Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы водителе Данил Шәйҙуллиндың фамилияһы ла яңғыраны. Үҙ эшенең оҫтаһы конкурста юл хәрәкәте һәм тиҙлекле маневр яһау ҡағиҙәләрен яҡшы белеүен күрһәтте. Ул өсөнсө урын яуланы һәм үҙен урта класлы иң яҡшы автобус водителе тип танытты.