Башҡортостан водителдәренең һәм кондукторҙарының республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы ярыштары һөҙөмтәһендә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы водителдәре араһында иң яҡшыһы тип 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһынан Диана Әбҡәҙирова танылды. Водитель ҡатын-ҡыҙҙар, йыл һайын үткәрелеүсе конкурста ҡатнашҡан ир-егеттәр менән бер рәттән, үҙҙәренең белемдәрен теорияла һәм практикала асып, автобус йөрөтөүҙә лайыҡлы ярыша.
Диана Нур ҡыҙы 12 йыл инде йәмәғәт транспортында уңышлы эшләй. 2022 йылдан алып ул 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһында ҙур класлы НефАЗ автобусы водителе вазифаһын уңышлы үтәй. Көн һайын 74-се,110-сы ҡала маршруттары буйлап йөрөй. Диана – юғары һәм һөнәри, шәхси сифаттарҙы берләштереү өлгөһө. Тыныс, стрессҡа бирешмәй, иғтибарлы, изге күңелле һәм һөйкөмлө кеше булараҡ, ул һәр саҡ пассажирҙар менән уртаҡ тел таба белә.
«Яратҡан эшем иңдәремә ҙур яуаплылыҡ һала. Юлда минең менән һөйләшергә теләгән изге һәм яҡшы кәйефле кешеләр бик күп. Мин һәр иртә һайын уянам да, ҙур теләк менән эшкә йыйынам. Әйтеп тораһы ла түгел,эш бик ауыр һәм тынғыһыҙ. Йоҡонан бик иртә тороп, медицина тикшереүе үтергә, йүнәлтмәгә механиктан билдә һалдырырға һәм юлға сығырға кәрәк. Тормошомда мин үҙ юлымды таптым: үҫмер саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырҙым, курстар тамамланым, тәүҙә троллейбус, һуңынан автобус водителе булыуға өлгәштем. Бер мәл, троллейбус салонында, троллейбус идаралығына уҡыусылар йыйыу, һуңынан уларҙы эшкә урынлашыу тураһында иғланға тап булдым. Унда айлыҡ стипендия менән троллейбус водителенә юғары эш хаҡы, социаль пакет, ярты йыллыҡ уҡыу тәҡдим ителә ине. “Ниңә үҙемде һынап ҡарамаҫҡа?” тип уйланым да, уҡырға киттем. Шул саҡта техника йөрөтөргә өйрәнергә үҙемдә көс һәм теләк таптым», – тип һөйләне 15 йыллыҡ стажлы водитель.
Диана – дүрт йәшлек ҡыҙҙың әсәһе. Героинябыҙ һүҙҙәренсә, ҡыҙы әсәһенең бындай талап ителгән һөнәрле булыуы менән бик ғорурлана. Юҡ юҡта, ҡыҙ үҙе лә ҙур автобус водителе булырға хыяллана.
Эшенә булған һөйөү бер нимәгә ҡарамаҫтан, Диана Әбҡәҙироваға ҡатмарлы транспорт өлкәһендә эшләргә мөмкинлек бирә. Ул үҙ өҫтөнә бик күп пассажирҙар өсөн яуаплылыҡ ала. Уның бурысы – өфөләрҙе нөктәнән нөктәгә алып барып еткереү генә түгел, ә сәфәр ваҡытында хәүефһеҙлекте лә тәьмин итеү.
Андрей Константинович Пищулинды хеҙмәттәштәре миһырбанлы һәм изге күңелле тип иҫәпләй. Ул һәр ауыр хәлдән дипломатик юл табырға тырыша, иң ҡатмарлы ваҡиғала ла, ул кешеләр менән яҡшы мөғәлләмәлә ҡала белә.
Стәрлетамаҡ пассажир автотранспорт предприятиеһында Андрей Константиновичты хөрмәт итәләр. «Пищулин пассажирҙар менән яҡшы мөнәсәбәт төҙөй белә, уның техникаһы ҡаралған, һәр саҡ көйлө йөрөй, ә был автобус-транспорт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн иң мөһим сифаттарҙың береһе», – тип билдәләй предприятие етәкселеге.
Яңыраҡ водитель Андрей Пищулин «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы водителдәренең һәм кондукторҙарының республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты. Был конкурста водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтте. Конкурс ярҙамында жюри ағзалары водителдәрҙең пассажирҙарҙы хәүефһеҙ йөрөтөү өсөн кәрәк булған һөнәри оҫталығын тикшерә алды. 80 водитель араһында һәм бөтә ярыштар һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ пассажир автотранспорт предприятиеһының ҙур класлы «НефАЗ» автобусы водителе Андрей Пищулин икенсе урын яуланы.