Мәләүез автотранспорт предприятиеһының «Башавтотранс» филиалы водителе Павел Сапаровҡа буласаҡ һөнәрен һайлау өсөн йүнәлеште атаһы биргән. Хеҙмәт ветераны Владимир Онджаевич 40 йылдан ашыу ошо һөнәр буйынса эшләгән һәм әле лә эшләүен дауам итә.
Улар заманында үҫмер улы менән йыш ҡына эшкә бергә бара, икәүләп техниканы тикшерә һәм ремонтлай. Мәктәптән һуң Павел водитель таныҡлығын ала, был уға артабан армияла хәрби хеҙмәт үткәндә лә кәрәк була.
Павел үҙенең уҡытыусыһы һәм остазы Рафаэль Рәшитовҡа бик рәхмәтле. Ул уны автопредприятиела был һөнәр серҙәренә төшөндөрә. Йәш коллегалары өсөн тәжрибәле Рафаэль Марат улы һәр ваҡыт изге кәңәшсе һәм яҡшы иптәш булып ҡала.
«Мәләүез автотранспорт предприятиеһы – ҡалала һәм районда төп пассажирҙар ташыусы предприятие булып ҡала. Миңә бындай ҙур, берҙәм коллективта эшләү оҡшай. Пассажирҙар менән эште ябай тип әйтеп булмай, улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм иғтибарлы, әҙәпле, йыйнаҡ булыу бик мөһим. Водитель һөнәре булған, бар һәм һәр ваҡыт талап ителәсәк», – ти үҙенең эше тураһында йәш водитель.
Һанап үтелгән барлыҡ сифаттар һәм һайлаған һөнәргә һөйөү Павел Сапаровты «Башавтотранс» водителдәре араһында үткән республика һөнәри оҫталыҡ конкурсына алып килде. Һынауҙар ике этаптан – теоретик һәм ғәмәли яҡтан торҙо. Беренсеһе компьютер артында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тапшырыу булһа, икенсеһе – транспорт руле артында уҙҙы. Водителдәр маневрлау һәм классик фигуралар – «крест», «бокс», «змейка» һәм башҡаларҙы үтәп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сапаров Павел Владимирович бәләкәй класлы водителдәр араһында еңеүсе булды. Предприятиела дүрт йыл эшләү осоронда ул үҙенең оҫталығын арттырыуҙан тыш, профессиональ яҡтан үҫешкән, хеҙмәттәштәренең ихтирамына лайыҡ булған. Дөйөм алғанда, былар барыһы ла уға республиканың төп дәүләт ташыусыһы ойошторған күләмле конкурста еңеү яуларға ярҙам иткән.
Бөгөн беҙ транспортһыҙ йәшәүебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, ләкин водителдәрҙең, йөк ташыусыларҙың, предприятиеларҙың өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүселәрҙең, пассажирҙар транспортында көс түккәндәрҙең эшенең ауыр булыуы тураһында уйламайбыҙ.
Сабит Ибраһимов 2019 йылдан бирле Сибай автотранспорт предприятиеһының пассажир колоннаһында автомобиль водителе булып эшләй. Ошо йылдар эсендә Сабит Әсхәт улы үҙен профессиональ водитель, яуаплы һәм изге күңелле кеше итеп күрһәткән. Ул үҙ бурысын намыҫлы үтәүҙән тыш, транспорттың техник ҡоролошон яҡшы белә, ремонт эштәрен дә үҙ аллы башҡара ала. Техника торошон даими контролдә тотоу, ваҡытында ҡарау, уның эксплуатация ресурсын арттырырға мөмкинлек бирә.
Юлда төрлө хәлдәр була, Сабит Әсхәт улы һәр ваҡыт сетерекле хәл-ваҡиғаларҙан сыға белә. Ул водитель генә түгел, ярҙамға килергә әҙер торған иптәш тә, шуға күрә хеҙмәттәштәре араһында һәм етәкселектә лә ҙур хөрмәт менән ҡаҙана. Шуныһы ҡыуаныслы: күп йыллыҡ тәжрибәһе булған водитель йәш водителдәр өсөн аҡыллы остаз булып тора, уларға профессиональ һәм әхлаҡи яҡтан ярҙам күрһәтә. Сабит Әсхәт улы эштәге ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, был предприятиенан китергә уйламай, хатта бер туған ағаһы Әхмәт Ибраһимовты ла бында эшкә саҡырған.
“Беҙҙә берҙәм коллектив, унда иң мөһиме – үҙ-ара аңлашыу, яҡшы итеп аралашыу бар. Ғаиләләге кеүек үҙ-ара бик татыубыҙ, бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торабыҙ, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Сабит Ибраһимов.
Күп йылдар дауамындағы яҡшы хеҙмәте өсөн Сабит Әсхәт улы бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге наградалар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының бәләкәй класлы автобус водителдәре араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурсында ул икенсе тапҡыр ҡатнашты. 2023 йылда ла, ул былтырғы кеүек үк, почетлы өсөнсө урын яуланы. Компетентлы жюри уның юл хәрәкәте һәм юғары тиҙлекле маневр яһау ҡағиҙәләрен яҡшы белеүен баһаланы.