Ҡатын-ҡыҙ водителдәр араһында еңеүсе Александр Лапчук 31.08.2023
Ҡатын-ҡыҙ водителдәр араһында еңеүсе

Күп төрлө һөнәрҙәр араһынан гүзәл зат вәкилдәре йыш ҡына автобус водителе тип аталған эште һайлай. Башҡортостанда ла төрлө класлы транспорт сараларын  йөрөткән хеҙмәткәрҙәр араһында гүзәл ханымдарҙы осратырға мөмкин.   

 Лиана Исламова 2007 йылдан бирле 3-сө Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы водителе булып эшләй. Тәүәккәл ҡыҙ төрлө профессияларҙа үҙ көсөн һанаған. 2019 йылда ул Нефтекама пассажир автотранспорт предприятиеһына хужалыҡ колоннаһы водителе булып эшкә урынлашҡан. Лиананың остазы – предприятиеның тәжрибәле һәм яуаплы водителе Ренат Рәмил улы Әбүзәров уға яңы һөнәренең серҙәренә төшөнөргә ярҙам иткән.

  Өс йылға яҡын автобус водителе булып хеҙмәт һалған Лиана Хәлил ҡыҙын башҡалала йышыраҡ  57-се, 57А һанлы урта класс маршруттарында осратырға мөмкин.  

  «Ҙур автобус менән идара итеү өсөн махсус физик көс талап ителмәй. Ләкин эш, әлбиттә, ауыр. Көнө буйы креслола ғына ултырып йөрөһәң дә, эш көнө аҙағына арығанлыҡ һиҙелә. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ үҙ эшен яратһа, уға яуаплы һәм етди ҡараһа ғына, эшенән үҙе лә, пассажирҙар ҙа ҡәнәғәт ҡала», – ти Лиана.

 Уның Башҡортостан водителдәренең һәм кондукторҙарының республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеүе быға дәлил булды.



  Бөгөнгө көндә автомобиль руле артында ултырған ҡатын-ҡыҙ – ул байтаҡ кешеләр өсөн ғәҙәти күренеш. Көслө зат – ир-егеттәр уларҙы еңел ирония менән автоледи тип атай.

  Эльвира Байрамова 1 августан «Башавтотранс» тың филиалы булған  Сибай автотранспорт предприятиеһында ПАЗ маркалы автобус водителе булып эшләй, Ул «Автовокзал – Баймаҡ урамы» йүнәлешендәге 2-се маршрутты хеҙмәтләндерә. Был тәртипле, изге күңелле ҡатын эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә үҙен һынап ҡараған, әле автобус водителе һөнәрен үҙләштергән. Пассажир автобусының руле артында бер нисә аҙна ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, Эльвира кешеләргә эшкә, уҡырға, йортҡа һәм башҡа эштәргә барып етеүгә ярҙам итә алыуы менән бик ғорурлана. Утыҙ һигеҙ йәшлек дүрт бала әсәһе булған ҡатын автобус йөрөтөү процесынан кинәнес ала, һайлаған һөнәрен бик оҡшата.

 – Пассажир колоннаһына контролер-кассир булып 1 февралдә эшкә килдем. Артабан директор Владимир Николаевич Косарев миңә автомобиль йөрөтөүҙең “Д” категорияһына хоҡуҡ алыу өсөн Башҡортостан республика уҡыу-курс комбинатының автомәктәбендә килешеү буйынса уҡыу үтергә тәҡдим итте. Һәм бына уҡыуҙың ике айы, имтихандар, ҡала маршруттарында 132 стажер сәғәте артта ҡалды. Тимәк, яҙмыш шулай ҡушҡан. Туғандарым менән кәңәшләшеп, оҙаҡ уйлап та тормайынса, мин был аҙымға барҙым һәм уҡырға ризалыҡ бирҙем. Бында мин һәм Сибайҙан ике яҡташым автобустар водителдәре өсөн профессиональ водитель оҫталығы курстарын үттек. Беҙҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән эшкә өйрәткән, дәртләндергән, әхлаҡи яҡтан нығытҡан автомәктәп уҡытыусыларына бик рәхмәтлемен. Әлбиттә, тәүҙә миндә һағайыу һәм ҡурҡыу тойғолары көслө ине. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙер мин дуҫ, берҙәм коллективта водитель булып эшләйем, – тип ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй Эльвира Ринат ҡыҙы.  

  Сибай ҡалаһы өсөн – был айырым осраҡ. Хакимиәт башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең тығыҙ графигында ваҡыт табып, Эльвира менән маршрут буйынса автобуста йөрөгән һәм уның яҡшы йөрөтөүенә хайран ҡалған.

  Яңыраҡ Эльвира Байрамованың тормошонда тағы бер шатлыҡлы ваҡиға булды. Ул «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының урта класлы автобус водителдәре араһында йыл һайын үткәрелеүсе республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында икенсе урын алды. Бындай мәртәбәле конкурста тәү башлап ҡатнашҡан йәш водитель талапсан жюри ағзаларына юл хәрәкәте һәм юғары тиҙлекле маневрлау ҡағиҙәләрен бик яҡшы белеүен күрһәтте. 

 Сибайҙар иң тәүҙә йәмәғәт транспорты руле артындағы ҡатын кешене күреп аптырап ҡала һәм уның менән бер нисә саҡрым самаһы юл үткәс кенә, уның ипле, тыныс һәм ышаныслы йөрөүенән ҡәнәғәт ҡала. Хушлашҡанда уға мотлаҡ уңыштар һәм яҡшы юлдар теләйҙәр!

Эльвира Байрамованың рейстары көн һайын уңышлы тамамланһын, уның һайлаған һөнәренә булған һөйөүе ғүмер буйы дауам итһен. Үҙ өлкәһендә ул үҫешергә теләй һәм, автобус водителе һөнәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында ла киң танылыу яулар, тип өмөтләнә.