Автобус кондукторының эш көнө иртә башлана, ә ҡайһы берҙә төн уртаһында ғына тамамлана. “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Стәрлетамаҡ пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһының контролер-кассиры Лариса Собачкина шундай режимға күптән күнеккән. Уның һәр көнө бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған. Һәр маршрут уны яңы кешеләр менән таныштыра, тәьҫораттар һәм хис-тойғолар бүләк итә.
«Кондуктор һөнәре иң ауыр һөнәрҙәрҙән һанала, һәм был ғәжәп түгел, сөнки көн һайын беҙгә төрлө йәштәге һәм төрлө социаль статусҡа эйә булған бик күп кешеләр менән бәйләнешкә инәбеҙ. Ғөмүмән, йәмәғәт транспортында хәл төрлөсә, ләкин мин һәр ваҡыт үҙемде тыныс тоторға тырышам. Профессиональ психолог кеүек яҡшы кондуктор ҙа һәр төрлө низағты оҫта хәл итә белергә тейеш. Иң мөһиме, һөнәреңде яратырға һәм кешеләргә йылмайып шатлыҡ бүләк итергә кәрәк. Тап ошо осраҡта ғына эш көндәре күңелле һәм оло ҡәнәғәтлек менән үтәсәк», – тип һөйләй Лариса Радик ҡыҙы.
Стәрлетамаҡ пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы контролер-кассиры Лариса Собачкинаға остазы Гүзәл Небогатова республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ул, һис шикһеҙ, ризалаша һәм алдағы һынауҙарға етди әҙерләнә башлай.
Һәм бына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан республика уҡыу-курс комбинаты автодромында уҙған водителдәрҙең һәм кондукторҙарҙың йыл һайын үткәрелеүсе республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының көнө етте. Предприятиеның иң яҡшы кондукторы исеме өсөн 14 ҡатнашыусы – үҙ эшенең оҫталары, республика предприятиеларында үткән һайлап алыу этабында еңеүселәр көрәште. Улар транспорт өлкәһенең закондар сығарыу һәм норматив-хоҡуҡи базаһы аша үҙ белемен, ижади һәләттәрен күрһәтте, балалар, инвалидтар менән эшләне, көн һайын килеп сыҡҡан бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итте. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең юғары профессионализм кимәлен һәм үҙ эшенә яуаплы икәнлеген дәлилләне.
Бөтә һынауҙарҙың йомғаҡтары буйынса контролёр-кассирҙар араһында Лариса Собачкина икенсе урын алды һәм уға диплом, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының ҡиммәтле бүләге тапшырылды.
3-сө Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһының контролер-кассиры Елена Николаевна Евдокимова «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы системаһында 12 йыл эшләй.
Иң тәүҙә ул Күмертау бүлендек автотранспорт предприятиеһында кондуктор була. Тап ошо осорҙа тырыш ҡатын Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетын тамамлап, юғары белем ала. Быға тиклем ул «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә осоу аппараттарының электр ҡорамалдарын монтажлаусы сифатында үҙен һынап ҡарай, документтар, приборҙар менән эшләү уның эше булмауын һәм эш хаҡының да бәләкәй булыуын аңлап, икенсе йүнәләштә эш эҙләй башлай.
Өфөгә килгәс, Елена автобуста эшкә алыу тураһында иғлан күреп ҡала һәм 3-сө Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһына контролер-кассир булып эшкә урынлаша. Һәм шул ваҡыттағы был ҡарарына ул әле лә үкенмәй. Елена Николаевна ҙур теләк менән эшкә йөрөй, коллегалары менән уртаҡ тел таба, остазы Людмила Николаевна Баркованы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Яңыларға үҙе лә бер һүҙһеҙ ярҙам итә. Автопредприятие етәкселеге тарафынан намыҫлы хеҙмәте өсөн ул ведомство наградалары менән бүләкләнгән.
«Көндә төрлө кешеләр менән эш итәбеҙ. Иртәнән кискә тиклем йәмәғәт транспортында ваҡыт үткәрәбеҙ, контролер-кассир аша йөҙәрләгән юл йөрөү билеты үтә. Был көндәлек ауыр хеҙмәт, яуаплылыҡ, бер нисә сәғәт кенә йоҡо һәм кешеләргә айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәт.Ошонда урынлашҡас, остаздарҙан кемдер: «Нисек һин өйҙән сығаһың, шунда уҡ ишек артында үҙеңдең бөтә проблемаларыңды һәм кисерештәреңде ҡалдырырға тейешһең», – тине. Мин ошо ҡағиҙәне хәтерләнем һәм көндә шуның менән файҙаланам», – ти Елена Евдокимова.
Елена Евдокимованың тормошонда күптән түгел шатлыҡлы ваҡиға булды.Ул «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы пассажирҙар автобустары водителдәре һәм кондукторҙары араһында йыл һайын үткәрелеүсе һөнәри оҫталыҡ конкурсында өсөнсө урын алды. Бындай әһәмиәтле конкурста еңеүсе булараҡ, Елена Николаевна, алҡыштарға күмелеп, хеҙмәттәштәренең ҡотлауҙарынан тыш, диплом һәм яҡшы матди бүләк алды.